Сибайские строки от сердца к фронту сборник стихотворений

1

2 ББК 84(2Рос=Баш)-5 С34 Составители: Галия Галимьяновна Султанова Райса Закировна Кунаева Нурия Нуримановна Галина Сибай һүҙе – Еңеү өсөн!: Украинала барған Рәсәй Федерацияһының махсус хәрби операцияһы тураһында шиғырҙар йыйынтығы = Сибайские строки: от сердца к фронту: сборник стихотворений о специальной военной операции Российской Федерации на Украине: 12+ / Составители Г. Г. Султанова, Р. З. Кунаева, Н. Н. Галина. – Сибай: МБУК «Сибайская ЦБС» ГО г. Сибай РБ, 2026. – 56 с.: цв. ил. В сборник стихотворений «Сибай һүҙе – Еңеү өсөн! / Сибайские строки: от сердца к фронту» включены поэтические произведения на башкирском и русском языках, посвященные специальной военной операции Российской Федерации на Украине. В издание вошли работы членов Союза писателей города Сибай, поэтов-любителей и участников клуба «Литературная Юрта» и литературного клуба «Откровение», действующих на базе Модельной краеведческой и юношеской библиотек МБУК «Сибайская ЦБС». Стихотворения отражают искреннюю поддержку участников специальной военной операции, передают чувства земляков, их веру в Победу и любовь к Родине. Сборник демонстрирует единство творческого сообщества Сибая в сложный исторический период и служит мостом между фронтом и тылом через силу поэтического слова. 12+ © Коллектив авторов © М. А. Исхакова – обложка

3 ОГЛАВЛЕНИЕ Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы Юнысова ……………….......…..…4 Насип Мосип улы Һаҡмаров…………………………...…..…..……7 Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова (Кәримова)…………....8 Мотал Зәкирйән улы Рәмов………………………………………..10 Мансур Зиннәт улы Рәхимғолов………………………………….17 Әнисә Сибәғәт ҡыҙы Хоҙайбиргәнова…………………………..20 Гөлсөм Әмир ҡыҙы Зәкирова……………………………………...21 Фәнис Рәйес улы Сирбаев………………………………………….25 Хәлил Төхфәт улы Һөйөндөков...............................................30 Рузидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева (Кәримова)……………………….32 Рәйсә Заһретдин ҡыҙы Үҙәнбаева………………………………..37 Радик Исмәғил улы Өмөтҡужин…………………………………..39 Рәмилә Әхмәт ҡыҙы Ибраһимова (Ырыҫмөхәмәтова)……...40 Алия Гакилевна Ахмедьянова…………………………………….44 Волин Кречет…………………………………………………………..46 Алина Рафкатовна Галина………………………………………….50 Роман Колесников……………………………………………………53 Анна Викторовна Слющенкова……………………………………54

4 Юнысова Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы 1953 йылдың 5 ғинуарында Хәйбулла районының Һаҡмар- Наҙарғол ауылында тыуа. Ауылда башланғыс мәктәптә уҡый, 5-се синыфҡа Оло Әбеш ауылына урта мәктәпкә бара. Мәктәпте 1970 йылда тамамлай. Сибай медицина училищеһын уңышлы тамамлап, Аҡъяр район больницаһында өлкән-акушер вазифаһын бер йыл, Баймаҡ район шифаханаһының ойоштороу-методик бүлегендә район өлкән-акушер вазифаһын 28 йыл башҡара. Эшенә яуаплы ҡарашлы, ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын һаҡлау хеҙмәтен яйға һалыуҙа әүҙем ойоштороусы булараҡ, 2002 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исеме бирелә. Үҙәк шифаханаһының профсоюз ойошмаһында 20 йыл казначей эшен алып бара, ошо эштә күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы профсоюздарының 100 йыллыҡ юбилей медале бирелә. Һуңғы ун йыл Кушнарен ауылында йәшәй һәм район больницаһында акушер булып эшләй. 2018 йылда тыуған яғында, Сибай ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялда, ҡаланың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша һәм һәүәҫкәр ҡәләм тибрәтә. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. «Ҡыр ҡаҙҙары осто күктә...» Ҡыр ҡаҙҙары осто күктә, Ҡарап ҡалдым юлдарын. Саң-саң итеп, хуш, тинеләр, Беҙ ҡайтырбыҙ яҙҙарын. Яугирҙәр ҙә киткәйнеләр, Бейей, бейей хушлашып. Тик, ҡайһыһы ҡайталманы, Ҡанаттары ҡайрылып. Эй, һеҙ ҡоштар, юлығыҙҙа, Күрһәгеҙ һалдаттарҙы. Беҙҙән сәләм еткерегеҙ, Әсәйҙәре көтә уларҙы.

5 *** Ямғырлы бер көндә, музейҙә, Маскировка-сетка эшләнек. Шул саҡтағы тыуған уйҙарымды, Рифмаларға һалып теҙгәйнем. «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә, Биҙәктәргә ялғап биҙәкте. Биҙәктәре ебәк йырҙа яҙыла, Тик йырҙары өҙә үҙәкте.» Ҡасан ғына ишетһәм, ошо йырҙы, Эй өҙөлә үҙәк-бәғерем. Сигеү сиккән, ул саҡтағы ҡыҙҙар, Белмәй ине афәт килерен. Кистәр ҡабатланмай, хистәр ҡабатлана, Бөгөнгө көн моңһоу үтә лә. Өсөнсө көн яуған ямғыр кеүек, Көҙ йәштәре кипмәй әсәлә. Әллә ниндәй килде был замана, Уйын-көлкө, көндә тамаша. Шул уҡ саҡта, ҡара ҡайғы булып. Һалдат ҡайта ҡыҙыл табутта. Илгә килһә афәт, ил күтәрә, Әсә ҡайғыһын кем таратыр. Йөрәк ярып ингән юғалтыуҙың, Әсе күҙ йәштәрен кем татыр. Өсөнсө көн тышта ямғыр яуа, Әллә инде күк йөҙө илай. Ошо моңһоу көндә, моңһоу уйҙар, Йөрәгемде өҙә урталай. Егерме лә миллион ҡорбан биреп, Яулап алған еңеү тутланды. Шул еңеүҙең бәҫен аҡлар өсөн, Бөгөнгө көн ҡорбандар һалды. Ямғыр туҡтап, ҡояш нурын һипте, Саф һауала иркен тын алдыҡ. Һәр кешелә өмөт, тик бер теләк, Илгә килһен ине тыныслыҡ.

6 *** Кемгә, атай булып, Кемгә, ағай булып, Ил намыҫын киттең яҡларға. Ҡара ҡайғы булып, Үтмәҫ яра булып, Йәш ир-аттар ҡайта табутта. Һары һағыш булып, Кипмәҫ күҙ йәш булып, Әсә яна утһыҙ тамуҡта Ҡатындар тол ҡалып, Бала етем ҡалып, Йәш түгәләр төнгө яҫтыҡҡа. Тағы күпме табут ҡайтыр. Тағы күпме ҡорбан ятыр. Тағы күпме, әсә менән, Етем бала йәшен татыр. Ҡасан ғына был һорауға, Яуап булыр, яуап табыр. *** Күрһәм әгәр «Бәйләнештә» Һалдат яуҙан ҡайтҡанын. Йөрәгем менән ҡыуанып, Шатлыҡ йәшен йотамын. Улын көткән әсәй кеүек, Тоям шул саҡ үҙемде, Әйтер һүҙем әйтәлмайым, Хистәр быуа күңелде, Көтә, көтә, тағы бер ҡат, Тыуғандай була улым. Ҡурсалап ҡыҫырға итәм, Тик етмәй уға буйым. Улын көткән әсәләргә, Сабырлыҡ насип итһен. Илебеҙгә именлектәр, Тиҙ арала килеп етһен. Фәрҙиә Юнысова

7 Насип Мосип улы Һаҡмаров (ысын исеме Насиб, ә Насип – псевдоним) 1965 йылдың 24 февралендә Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуған. Атаһы Мосип ҡурайҙа бик матур уйнауы менән, ә әсәһе Зәйнәб бик тырыш һәм егәрле булыуы менән ауылдаштары араһында хөрмәткә лайыҡ булалар. 1972-1977 йылдарҙа Йәнтеш урта мәктәбендә уҡый. 1977-1982 йылдарҙа Өфөләге 1-се һанлы интернат–мәктәпте тамамлай. Өфөлә уҡыған мәлдә «Ижад шишмәһе» тигән ижади түңәрәктә шөғөлләнә. Шиғырҙары «Пионер» журналында, «Башҡортостан пионеры» һәм «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә донъя күрә. 1982-1987 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтының урман хужалығы һәм төҙөлөш факультетында уҡый. 1989-2000 йылдарҙа «Башмедьстрой» тресында мастер, прораб булып, 2001-2007 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ йәмғиәтендә төҙөлөш участка начальнигы, 2010-2013 йылдарҙа «Башҡорт баҡыры» ЯСЙ прораб булып эшләй. Бөгөнгө көндә «Регион С» ООО йәмғиәтендә прораб булып эшләй. Өйләнгән. 2 ул үҫтерә. Әҙәбиәткә хисле һәм мәғәнәле шиғырҙары менән килеп инә. Уның шиғриәтендә милләт, социаль проблемалар, мөхәббәт темалары яҡтыртыла. Шулай уҡ тыуған яҡ, тыуған ер темаһы Насип Һаҡмар ижадында ҙур урын биләй. 2019 йылда Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Биҙәктәр» исемле электрон шиғри йыйынтыҡта уның шиғырҙары сыға. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. Осар ҡоштар «Кейек ҡаҙ» юлдарын йырлап, Яуға китә һалдаттар. Мәғәнәһеҙ ҡанҡойошта Дошмандарын ярмаҡтар. Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ һағыш ҡала Киткән ҡаҙ туптарынан. Теүәл генә ҡайтһағыҙсы Ғәрәсәт уттарынан. Сараһыҙҙан, ҡулым һуҙып, Үтенәмен күктәрҙән: Илемде берүк ҡурсала Табуттағы йөктәрҙән. Алда - ҡыштар. Кейек ҡаҙҙар Яҙһыҙ ҡайта алмаҫтар. Осар ҡоштарға әйләнмәй Һау ҡайтығыҙ, һалдаттар!

8 Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова (Кәримова) - уҡытыусы, журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы. Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова (Кәримова) 1963 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР- ның Баймаҡ районы Моҡас ауылында тыуған. Моҡас ауылы башланғыс мәктәбе, Төркмән урта мәктәбе, Сибай интернат- мәктәбендә белем алып, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында 1992 йылда беренсе булып башҡорт йәкшәмбе мәктәбен, «Юлдаш» башҡорт ойошмаһын аса. Ғаилә сәбәптәре менән тыуған яҡтарына ҡайта. Әлеге көндә Сибай гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2002» республика конкурсы лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй милли мәғариф өҫтөнлөгө буйынса Грантҡа лайыҡ. Әлнисә Алдырханова ижад менән шөғөлләнә. Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы башҡорт халыҡ ижадына сикһеҙ ғашиҡ, шуға ла уның ижады халыҡ ынйылары менән һуғарылған. Шиғырҙарына бихисап йырҙар яҙылған. Ул 100-гә яҡын йырҙарҙың һүҙҙәре авторы. «Салауат батыр – ил күрке», (2003 йыл, 2009 йыл), «Өләсәйем һандығы» (2008 йыл), «Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре» (2014 йыл), «Интернатта нығый пар ҡанат» (2016 йыл) китаптары авторы, «Тамаша-2013» журналы лауреаты, 2015 йылда – Әҙәбиәт йылында тәүге тапҡыр булдырылған фольклорсы ғалим Салауат Ғәлиндың беренсе премия лауреаты. Әлнисә Кәримова-Алдырханова Республика һәм Сибай ҡалаһы тормошонда, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһының эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. «Сибай концерт-театр берекмәһе, ҙур юғалтыу кисерҙе. Сәхнә йондоҙо-бейеүсе Илнар Хәтмуллинды юғалтыу- барыбыҙҙы ла зар илатты. Күңел кисерештәрем шиғри юлға һалынды» - Ә. Кәримова-Алдырханова.

9 Атылды ла һүнде йондоҙ… Ҡояш кеүек бала ине Йөҙөнән нур һибелде Йәшәүгә дәртләндерҙе лә Эй, оҫта бейей белде. Бейеү серен өйрәнгәндә «Осҡон»дан осҡон алды. Игзаковты бейеүҙәре Хәтерҙә уйылып ҡалды. Генералды һынландырып Атаһы менән бейене. Һалдат булыу, бәлки шул саҡ Сүкегәндер мейене. Ут сәсрәтеп бейегәндә Сылбырлы күн ситеген. Алыштырҙы яуҙыҡына Кейҙе һалдат итеген. Тыуған ере оҙатҡанда Бейене лә бейене. Туҡтауһыҙ бейене, гүйә, Ҡағылған бейеү ене. Атайсалы Ирәндектә Ҡанат нығытҡан бөркөт. Һыу һөлөгө кеүек егет Ҡалманы һис тә өркөп. Иле өсөн ғүмерен бирҙе Яуға-алға ынтылды. Селпәрәмә килде яҙмыш Тимер ярсыҡ онталды. Өмөтләнеп көткән инек Иҫән-имен ҡайтырын. Ҡапыл юғалттыҡ йондоҙҙо, Юғалттыҡ ил Батырын. Атылды ла һүнде йондоҙ Ҡалдырып тик яҡтыһын. Ҡәһәрле һуғыш урланы Егеттең иң яҡшыһын. Йөрәк әрней, күңел һыҡтай Һағыш үҙәкте өҙә. Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы Инде нисәнсе өйҙә. Зар илай дуҫтар, туғандар Атай-әсәй, кәләше. Яраларға дауа булмаҫ Бер кемдең дә кәңәше. Ожмах ҡошона ожмахтың Ҡапҡалары асылһын... Ҡәҙерле кешеләренең Ҡайғылары баҫылһын. Бейеү ҡанаттары ҡуйыр Рух ҡошо-атай юлы. Нәҫел ептәрен нығытып, Үҫер бейеүсе улы. Хәтмуллин Илнар исемен Мәңгеләштерер ҡалам. Талант, батырлыҡ өлгөһө Һәр саҡ хәтерҙә ҡала.

10 Мотал Зәкирйән улы Рәмов 1964 йылдың 2 ғинуарында Йылайыр районының Сәләх ауылында тыуған. Түбән синыфтарҙа уҡ район, республика балалар гәзит – журналдарына яҙыша. Мәктәпте тамамлағас район гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. Бында ул үҙен үткер ҡәләм эйәһе итеп кенә түгел, ә тел ҡағиҙәләрен яҡшы белгән тәржемәсе, профсоюз лидеры итеп тә таныта. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын уңышлы тамамлай. Мотал Зәкирйән улы үҙен педагог булараҡ та һынап ҡарай: Сибай ҡалаһындағы «Ирәндек» лицийында, 8-се мәктәптә, Йылайыр һөнәрселек училищеһында, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында эшләгән йылдарынан иҫтәлеккә маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар ҡалған. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Мотал Зәкирйән улы һәр ерҙә барыһы менән дә уртаҡ тел таба, дөйөм эш өсөн көсөн дә, дәртен дә аямай. Уның 1999 йылда Сибай ҡалаһы буйынса «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» булып танылыуы, 2000 йылда һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары тәрбиәселәре араһында республикала тәүге тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә Гран-при яулауы, Волга буйы республикаларында йәшәүсе ҡәләм тирбәлтеүселәрҙең Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре-2005» шиғриәт фестивале номинанты булыуы ла юҡтан түгел. Ошоларға өҫтәп, яҡташтары Мотал Рәмовты Шәйехзада Бабичтың ҡәберен асыусы булараҡ та хөрмәт итә. 2016 йылда Мотал Рәмовтың «Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!» шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. Доғам – терәк Көтмәгәндә ауыр хәбәр алып, Шаңҡып ҡалған саҡта йөрәгем. Күҙҙәремә йәштәр эркелһә лә, Аят-доғам – минең терәгем.

11 Аллаһүлә уҡып йыуанамын – Аяттарҙың ул бит олоһо! Күңелдәргә йылы өләшеүсе, Мәртәбәле һәм дә нурлыһы! Ауыр мәлдәр килде ил генәмә, Яу юлынан китә егеттәр... Йырлап-бейеп юлға сыға күптәр, Тик ҡунаҡҡа киткән кеүектәр... Хәүеф менән тулы йәш йөрәктә Ниндәй генә уйҙар юҡ тиһең?! Үҙ аяҡтарында кире ҡайтып, Күрешергә насип ит, тимен! Күҙ йәштәре берүк түгелмәһен, Ул юҡ инде, тигән хәбәрҙән... Фәрештәләр ҡурсалап йөрөһөн Егеттәрҙе ҡаза-хәтәрҙән! Салауаттар уҡып таң аттырам – Имен генә булһын ил-йортом! Ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһындар Һаҡлар өсөн тыуған ер ҡотон! Ҡыр ҡаҙҙары... Ҡыр ҡаҙҙары оса йылы яҡҡа, Яҙҙар еткәс, улар бер ҡайтыр... Балаҡайын мәңгегә юғалтҡан Әсәләрҙе кемдәр йыуатыр?! Һары һағыш һала йөрәктәргә Ҡыр ҡаҙының моңло тауышы... Мөмкин булһа, утлы ялҡын булып, Сығыр ине әсә һағышы... Әсә генәме ни... бар кешелек, Хәүефләнеп, бөгөн ут йота. Яман уйҙар баҫҡан күңелкәйен Аят-доға менән йыуата...

12 Күпме йәш егеттәр башын һала, Һәр тарафта мәтам аһтары... Кемдәр кәртә ҡуйыр был афәткә, Туҡталырмы үлем залптары??? Ҡыр ҡаҙҙары оса ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ, Барыр юлҡайҙары бик йыраҡ... Аллаһыма көн дә ялбарамын, Ҡайғыларһыҙ тыныс көн һорап... Тыныс түгел илем... Йәшел япраҡтарға аҡ ҡар ятты... Күңелдәрҙә һары һағыштар. Кемдер китә, кемдер оҙатып ҡала, Бер үк түгел инде яҙмыштар... Тыныс түгел илем... Көтмәгәндә «Һуғыш» һүҙе йәнде тетрәтте... Яу юлынан китә ир-егеттәр... Билдәһеҙлек өтә йөрәкте... Беҙҙең быуын һуғыш күрмәһә лә Балаларға төштө был өлөш. Тыуған иле өсөн һәр ир бала Ҡалҡан булып торорға тейеш! Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ! – Ошо һүҙҙәр һәр кем телендә... Хызыр Ильяс булһын юлдашығыҙ, Ниҙәр көтә һеҙҙе тегендә?! Төн йоҡомдо бүлеп, доға ҡылам, Ишетә күр бер үк, Аллаһым! Атай-әсәй улын көтөп алһын Һәм балалар етем ҡалмаһын!

13 Аҡ төндәр Ерем өҫтөн аҡ төндәрем биҙәй, Бар тирә-яҡ нурға сорналған! Тулған Айҙың ихлас балҡыуына Һоҡланыуҙан ғәләм тын ҡалған! Яңы яуған йомшаҡ ҡарға иҙрәп, Аҡ биләүҙә ята Ер генәм... Ошо илаһилыҡ тәьҫирендә Илһамланмай икән кем генә?! Ай нурында ҡуҙҙай йымылдашып, Иркәләнеп кенә ҡар яуа... Дәрт-дарманын, көс-ҡеүәтен өҫтәп, Күкрәктәргә тула саф һауа. Аҡ төндәрҙә тыуған аҡ хыялдар Изге ниәт менән юл алһын! Ҡотолһон да халҡым сир-зәхмәттән, Элеккесә иркен тын алһын! Киләсәккә табан юл ярһын! Һалдат дуҫлығы Беҙҙең йәшлек шундай заман ине... Ғорурланам – совет улымын! Үткәндәрҙә ҡалған йылдарымдан Хәтирәләр менән тулымын. Ауылым урамынан гармун менән Йырлап уҙҙыҡ һәр көн кистәрен. Шул йырҙарҙы хәҙер тыңлағанда Яңыралар йәшлек хистәрем. Бер төбәктән егермеләп егет Әрме хеҙмәтенә юл алдыҡ... Беребеҙ өсөн беребеҙ көйөп-яндыҡ, Тапҡандарҙы уртаға һалдыҡ.

14 Бөгөнгәсә дуҫлыҡ дауам итә, Хеҙмәттәштәр, шөкөр, онотмай. Хат-хәбәрҙәр көн дә килеп тора Дуҫлыҡ усағыбыҙ һыуытмай. Утты-һыуҙы бергә кискән дуҫтар Күңелдән һуң нисек юйылһын?! Йылдар үткән һайын нығыраҡ тоям Һалдат дуҫлығының йылыһын! Собханаллаһ! Собханаллаһ, тиеп доға ҡылам, Яу юлынан имен-һау ҡайттың! Бар туғандар һинең өсөн янды, Әсәйеңде күпме илаттың... Шөкөрана итеп йәшә, ҡустым, Аллаһ яҙғанына бул риза! Ыҙа-нужаларың онотолор, Киләсәктә бул һин һау, таҙа! Ил алдында торған бурысыңды Үтәнең һин, түгеп ал ҡаның! Олатайҙар юлын ҡабатланың, Улар үткән ерҙән атланың! Дандар өсөн түгел, Ватан өсөн Үҙең күрҙең дәжжәл, үлемде... Эргәңдәге дуҫыңды юғалтып, Ирекһеҙҙән һөрттөң күҙеңде... Барыһы ла үткәндәрҙә ҡалды... Ауыр булыр инде онотоу... Инабатың һатмай, намыҫ менән Һаҡлап йәшә нигеҙең ҡотон!

15 Һау ҡайтһындар уландар! Мотал Рәмов һүҙҙәре, Вилүр Мәүлетов көйө Хәтәр юлға сыҡҡанығыҙ һиҙеп, Көҙгө ямғыр керфек сылатты... Изге теләк менән нәҙер әйтеп, Барса халыҡ һеҙҙе оҙатты... Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ, Изге яу юлынан киткәндәр! Иманығыҙ һәр саҡ юлдаш булһын, Ошо юлда шәһит үткәндәр! Көндәр, айҙар һанап ваҡыт үтә, Ауыр икән, ауыр көтөүе... Күпме халыҡ зарығып та көтә, Еңеү көнө тиҙрәк етеүен... Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ, Изге яу юлынан киткәндәр! Иманығыҙ һәр саҡ юлдаш булһын, Ошо юлда шәһит үткәндәр! Ҡанлы һуғыш өсөн үҫмәгәндәр Һылыу ҡыҙҙар, аҫыл егеттәр. Үҙ милләтен һаҡлар өсөн улар Тыныс тормошта ла кәрәктәр! Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ, Изге яу юлынан киткәндәр! Иманығыҙ һәр саҡ юлдаш булһын, Ошо юлда шәһит үткәндәр! Йылдар үтер, бәлки, оноторбоҙ... Ауыр мәлдәр ҡалыр тарихта! Бәғзеләрҙең вайымһыҙлығынан Ватаныбыҙ янмаһын утта! Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ, Изге яу юлынан киткәндәр! Иманығыҙ һәр саҡ юлдаш булһын, Ошо юлда шәһит үткәндәр!

16 Шәфҡәт туташтарына Иң шәфҡәтле һөнәр эйәһе һеҙ, Кешеләргә бәхет өләшкән! Аҡ халатлы, аҡ йөрәкле ҡыҙҙан Кемдәр генә икән көнләшмәй! Һеҙ бит уң ҡулдары табиптарҙың, Ауырыуҙарға – ысын фәрештә! Күпме сирҙе еңеп сығаһығыҙ, Йәшәү өсөн тиңһеҙ көрәштә! Һеҙ булғанға ғына беҙ ҙә барбыҙ, Шатланабыҙ йәмле яҙҙарға! Йөрәк һүҙҙәремде бүләк итәм, Теләктәрем төрөп наҙҙарға: Хоҙай һеҙгә ныҡлы һаулыҡ бирһен, Тик шатлыҡта тыуһын көнөгөҙ! Аҡ халатлы аҡ аҡҡоштар булып, Бәхет күлдәрендә йөҙөгөҙ! Мотал Рәмов

17 Мансур Зиннәт улы Рәхимғолов 1953 йылдың 5 майында Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, Ишбирҙе, Йылым мәктәптәрендә уҡытыусы, директор, ауыл советы рәйесе, хәрби эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялда. Шиғриәткә һуңлап килһә лә, ижадҡа ынтылышы бик йәштән. Яҙмалары интернет селтәрендә «Сибай ҡашҡа» псевдонимы аҫтында донъя күрә. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы, Баймаҡ ҡалаһындағы «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе һәм Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе Ғайсин Ғүмәр сәсән ойошторған «Һандал» сәсәндәр ойошмаһы ағзаһы булып тора. Ғафури районынында үткәрелгән телсе һәм әҙәбиәтсе Йәлил Кейекбаевҡа, Белорет районында шағир Дамир Шәрәфетдиновҡа һәм Баймаҡ районында шағир һәм сатирик Буранбай Исҡужинға арнап үткәрелгән шиғри конкурстар лауреаты. Ирәндеккә сал ятты… Миҙгел-тимгел булып ваҡыт уҙа, Һәр миҙгелдең - үҙенең юрғаны. Көҙ ҙә әле китеп өлгөрмәне, Ҡар ҡапланы бөтә донъяны. Әллә инде минең ҡайғы-хәсрәт Бар донъяны шулай ағартты, - Өмөт йылыһынан ирене ҡар, Ирәндеккә генә сал ятты... Тик кешелек, һис тә аңламайым, Аңламайым, әллә нишләгән. Ашағанмы әллә тилебәрән, Ҡоторған эт әллә тешләгән?!

18 Утҡа тыға аңһыҙ балаларҙы, Афәт һала барлыҡ донъяға. Емерелә бары: ауыл, ҡала... Дарья булып зая ҡан аға! Эй, КЕШЕЛЕК, һин түгел инеңме: - КАМИЛЛЫҠҠА! - тиеп ынтылған?! Һин ярышманыңмы, беренселәрҙән, Иңләп - буйлап яуларға ЙЫҺАН?! Ҡайҙа булды ДУҪЛЫҠ һәм ТУҒАНЛЫҠ, Ҡайҙа булды ӘҘӘП, ИХТИРАМ?! Эй, КЕШЕЛЕК, уян, аҡылға кил, Һин бит КЕШЕ! - тиеп, ҡысҡырам... ... Ҡарҙар яуа ҡаплап ҡара ерҙе, Аҡлыҡ, сафлыҡ, - иҫең китерлек! Тик уяна алырмы тиле йоҡоһонан, Ҡасан айныр икән КЕШЕЛЕК?! «Сәләмегеҙ килә яу ҡырынан…» Сәләмегеҙ килә яу ҡырынан, Йә хәбәрҙәр, йәки, йыр булып. Имен-һау ҡайтығыҙ, башҡорттарым, Килгән афәттәрҙән ҡотолоп. Килгән сәләмегеҙ экрандарҙа, Беҙ күрәбеҙ, - һеҙ һау-тереһеҙ. Имен-аман ошо афәттәрҙән Әйләнеп ҡайтыр икән кемегеҙ?! Имен-һау ҡайтығыҙ, башҡорттарым, Башҡортостан көтә, башҡортон, Урал тауың көтә, шуны онотма, - Урал тауың һинең Баш йортоң!!!

19 Осар ҡоштар «Кейек ҡаҙ» юлдарын йырлап, Яуға китә һалдаттар. Мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошта Дошмандарын ярмаҡтар. Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ һағыш ҡала Киткән ҡаҙ туптарынан. Теүәл генә ҡайтһағыҙсы Ғәрәсәт уттарынан! Сараһыҙҙан, ҡулын һуғып, Үтенәмен Күктәрҙән: Илемде берүк ҡурсала Табуттағы йөктәрҙән! Алда – ҡыштар. Кейек ҡаҙҙар Яҙһыҙ ҡайта алмаҫтар. Осар ҡоштарға әйләнмәй, Һау ҡайтығыҙ, һалдаттар! Уландарға хат Көҙҙәр еткәс киткән ҡоштар кеүек, Тыуған илде ташлап киттегеҙ. Зар-интизар булып көткәндәрҙе, Балаларҙы йәтим иттегеҙ. Ҡайтығыҙ һеҙ Тыуған илегеҙгә, Көтә һеҙҙе ул һәм ҡыҙығыҙ. Әле ерҙә мөхәббәт ялҡынын Тоймағанһығыҙ ҙа ҡайһығыҙ... Ҡайтығыҙ һеҙ тыуған йортоғоҙға, Атай-әсәй өҙөлөп көтәлер. Һеҙҙән килгән ҡурҡыныс хәбәрҙәр Йән өшөтөп, йөрәк өтәлер. Ҡайтығыҙ һеҙ һөйгән йәрегеҙгә. Үҫтерегеҙ ҡыҙҙар һәм улдар. Эй, Хоҙайым, «Амин!»-тийә күреп, Ҡайтыу яҡҡа төшөрсө юлдар! Ҡайтығыҙ һеҙ Тыуған илегеҙгә, Балаларға атайҙар кәрәк! Һөйгән йәрҙәр көтә, атай-әсәй, Һеҙҙе көтә Урал - Йәнтөйәк!

20 Әнисә Сибәғәт ҡыҙы Хоҙайбиргәнова 1973 йылдың 26 майында Сибай ҡалаһында күп балалы ғаиләлә 6-сы бала булып тыуған. Әсәһе Рәсимә Әһел ҡыҙы, Баймаҡ районынан Ғаҙелша (Абҙаҡ) ауылынан, атаһы Сибәғәт Ишемхан улы Әбйәлил районынан Хәлил ауылынан. Әнисә Сибәғәт ҡыҙы Сибай ҡалаһының 8-се мәктәптә 11 класты тамамлағандан һуң Торгово- Экономический колледжында «Менеджер»ға уҡый. Кейәүгә сыға, тормош иптәше донъянан иртә китеү сәбәпле, өс улын яңғыҙы үҫтерә. Шул арала СиБДУ-нда педагог-психологҡа уҡып сыға. Секретарь- референт булып Сибай педагогия, Медицина колледждарында эшләй. Хәҙерге ваҡытта Сибай ҡалаһының «Зауралинформ» ЯСЙ нәшриәте йәмғиәтендә Полиграфия бүлегендә эшләп йөрөй. Шиғырҙар яҙыу һәм бейеү менән шөғөлләнә. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. Ир-егеттәр... Рәнйетмәгеҙ, ир-егҽттәрҙе Уларҙың бит үҙ яҙмыштары, Был тормошҡа килгәндәр улар Донъя гиҙеп атлап баралар. Рәнйетмәгеҙ, ир-егеттәрҙе Әсәләрҙҽң яратҡан - улын, Ҡыҙҙарҙың һөйгән - йәрен, Саф балаларҙың - атаһын! Рәнйетмәгеҙ, ир-егеттәрҙе Уларҙың бик ныҡ күҙ-ҡарашы, Игәп, әрләп йәшәтмәгеҙ Ҡағылмаһын ҡарғышы! Ир - егеттәр иламайҙар Күрһәтмәйҙәр күҙ йәшен, Эстән гҽнә борсойҙар ҙа Йөрәккә йөк алалар! Ә юғары эштәр булһа Бөйөк эш башҡаралар! Бөгөнгө ҡатмарлы көндәрҙә Һуғыш сигендә - Улдар! Рәнйетмәгеҙ, ир-егеттәрҙе Ил һаҡлаусылар - Улар!

21 Гөлсөм Әмир ҡыҙы Зәкирова 1958 йылдың 9 июнендә Йомаш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Үҙе лә ошо һөнәрҙе үҙ итеп, 1977 йылда Сибай педагогия училищеһын тамамлай һәм 37 йыл Ишмөхәмәт мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Юғары категорияға эйә була, оҙаҡ йылдар мәктәп һәм төбәк методик берекмәләрен етәкләй, төбәк «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарында бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Әлеге ваҡытта хеҙмәт ветераны, «Ағинәйҙәр» ҡоро ағзалары менән «Аҡйондоҙ» фольклор-декоратив ансамбль ойоштора, «Шатлыҡ» халыҡ театры, ауылдың «Умырзая» вокаль ансамблдәре ағзаһы. Ире фажиғәле мәрхүм булғас, яңғыҙы өс баланы аяҡҡа баҫтыра. 2020 йылда «Иң яҡшы педагогик династия» республика конкурсында 2-се урын яулай. Дөйөм педагогик стаждары – 800 йылдан ашыу. Бер нисә йыл ғына яҙыша башлауға ҡарамаҫтан, «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының 100 йыллыҡ юбилей тантанаһында Гөлсөм Зәкирова «Ағиҙел» журналы ойошторған ижади конкурс еңеүсеһе тип табылды. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. «Әсәкәйем!!! Ҡуйсы, иламасы...» Әсәкәйем!!! Ҡуйсы, иламасы... Мин бит тере, мин бит үлмәнем. Кәүҙәм ҡалды тыуған еркәйемдә Йәнем менән күккә үрләнем. Яҙмыш еле шулай ҡушҡан инде.. Яндарыңа ҡайтып урамам. Доғаларың уҡып ялбармасы, Булмаҫтайҙы өҙөлөп һорама... Кире яҡҡа сығыр һуҡмаҡтар юҡ, Тамам түгел эштәр көтһә лә... Һөйгән йәрем фото һүрәтемде Йәндәй күреп өҙөлөп үпһә лә...

22 Мин күктәрҙән күҙәтәмен һеҙҙе... Янығыҙға киләм төштәрҙә... Йылы елдәр булып иҫәм ҡайсаҡ Ҡырау төшкән һалҡын кистәрҙә... Үҙ яҙмышым үҙем һайланым бит, Үҙгәләнмә, әсәй, илама. Нисек итеп ташлап була илде? Ир-егеттән уны һорама… Мин үлмәнем, мин теремен бит, Йәнем йәннәттәрҙә әсәйем... Йәнем йәннәттәрҙә ә бит үҙем Һеҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйем... «Көҙҙөң матур сағыу мәле лә тик…» Көҙҙөң матур сағыу мәле лә тик Илдең әле ауыр көндәре Ерен һаҡлап яуҙа ауғандарҙың Торна булып оса йәндәре... Күңел ҡылдарыбыҙ һыҙландырып Бөтмәҫ моңға сырмап ғаләмде Торна тауыштары әрнетә шул Әҙәммен дә тигән Әҙәмде. Өсмөйөшләп осҡан торналарҙың Һағыш тулы «торыйҡ» тауышы... Тормош бәхиллеге һорай, юрай Мәңгелеккә уҙып барышы... «Ҡанлы тупраҡ услап устарына…» Ҡанлы тупраҡ услап устарына Йәшле күҙен төбәп юғары Бышылдайҙыр һалдат ирендәре «Йә Хоҙайым»-тийеп ни бары. Өн һәм төшө буталана уның Әрнеү, һыҡтау, һыҙлау аралаш. Йән талашҡан саҡта үлем менән Уттай яна алған яралар..

23 Йәшәү йәме, тормош матурлығы Һин ҡайҙарға китеп олаҡтың??? Илгенәбеҙ ниңә ғазап сигә?? Өнһөҙ һорау ашай ҡолаҡты!!! Окоп эсе ,йәшер балаҡайҙы, Йәш баланы ҡосҡан әсәләй. Һулышың өр, дары, төтөн аша Тағы кем һуң уны әрсәләр??? Бына тағы тынлыҡ...Сыҡмаған йән Үҙе тереклеген белдерә. Ысыҡлы йәш аша керпектәре Елфер-елфер итеп өлгөрә. «Уф Аллаҡай, өлгөрҙөк тә буғай»... Ипләп кенә һыйпап сикәһен, Санитар ҡыҙ көсөргәнеп тарта Йөк атылай итеп елкәһен. Тағы берәү өсөн бүләк-ғүмер Йәшәү һуты тибә йөрәктә. Мәңге һүнмәҫ ғазап, иҫтәлектәр Мөһөр һала уйып күкрәктә... *** Тротуарҙан уҙам... Ике яҡлап, Ултыртылған тополь ағасы. Һәр яҙғаса ботарланган ботаҡ.. Ҡарау ҡыйын, гүйә ҡарасҡы. Йәнем әрней, күҙгә был ағастар Яраланған һалдат ишеләр. Күңел түре һулҡ-һулҡ итеп әрней, Яна йөрәк, һыҙа... кешеләр!!! Ҡырын эштәй бары байрамдар ҙа Бер мөйөшө ҡыйыш бар хистең. Әллә күктәр беҙҙән йөҙ сөйөрөп Әкрен генә һүҙһеҙ ваз кисте. Ожмахтарға тиңләр ер өҫтөндә Ҡара көстәр итә хакимлыҡ. Ҡыйыла бит күпме йәп-йәш ғүмер... Кемгә кәрәк бындай яһиллыҡ??

24 Һәр быуаттың була бер болаһы.. Нимә етмәй һеҙгә, ер халҡы?? Ни иҫбатлай кешелегең, ерем? Халҡыңдың бит эсе ут-ялҡын! Юғарылар юғын юҡламаҫ ул... Ябай халыҡ иңрәр күберәк. Әй, Хоҙайым, үҙең ярлыҡасы!!! Һәм тыныслыҡ бирсе тиҙерәк!!! Сайралырға тора был күңел Әллә ниндәй заман, күңелдә шом... Шатлыҡ, байрамдар ҙа аҡ түгел. Артыҡ һүҙҙән, ялған белешмәнән Сайралырға тора был күңел. Күңел ҡылдарына һаҡһыҙ баҫып Сайралдырға һуғып йөрәкте Күпме яңылыҡтар йәнде өтә Өндө быуып, баҫып күкрәкте Күпме әсә, күпме ҡатын, бала Тертелдәйҙер һәр бер тауыштан. Төрлө төркөмдәрҙең яҙмаһынан, Шылтырауҙан сит ят номерҙан Ҡунаҡ йыйһаҡ никтер дөрөҫ түгел Ҡырын бер эш кеүек ҡайсаҡта. Ҡасан үтә был ҡыйралыш, ҡасан бөтә? Ә уландар ҡайта ҡосаҡҡа. Осо булыр бер саҡ, ҡалыр тарих.. Тик бөгөнгө көнө бик ҡыйын . Түҙемлелек һеҙгә, сыҙамлылыҡ, Көслө рухлы беҙҙең был быуын. Гөлсөм Зәкирова

25 Фәнис Рәйес улы Сирбаев - шағир, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге ағзаһы, БР мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, «Юлдаш йыры-2011» республика йыр бәйгеһе лауреаты, «Йыл йыры-2014» еңеүсеһе. Фәнис Сирбаев 1971 йылдың 30 ғинуарында Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. Уның бала сағы, мәктәп йылдары Шүлкә ауылында үткән. Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегендә, БДУ-ның Сибай институтында филология факультетында белем алған. З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Шаңдау», «Нур усағы», «Әҙәби нағыш» китаптарында «Юлға сығам», «Март бураны», «Өмөтөм усаҡтары» исемле шиғырҙар шәлкемдәре баҫылды. 2021 йылда «Дауыл» тип аталған айырым китабы донъя күрҙе. Тәрән фәлсәфә, тос фекер, тапалмаған образдар, сағыштырыуҙар, теүәл рифмалар менән үҙенсәлекле стилдә яҙылған дүрт поэма авторы: «Үрһәләнеү, «Туҡ-туҡ» (Бөйөк ватан һуғышына арналған), «Уй» (Афған һуғышына арналған), тарихи поэма «Өйөрмә» (Е. Пугачёв полковнигы, поход старшинаһы, башҡорттоң батыр улы Ҡасҡын Һамаровҡа арнала). «Әсәнең күҙ йәше» хикәйәһе (өҙөк) Украинала барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған «Голландец» позывнойлы яугир, Асҡар егете Артур Ғиләжев тураһында. Фәнис Сирбаев үҙенең шиғырҙарына төрлө композиторҙар ижад иткән йырҙарҙы башҡарып, республика кимәлендә танылыу яуланы. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы булып тора.

26 Герой партаһы МХО-ла батырҙарса һәләк булған Артур Ғиләжевтың әсәһе Әлфиә Ғиләжеваға арнала. Әсә йәше тамды, Тыпылданы, Ябай ғына, ағас өҫтәлгә. Кемдер ишетмәне тып! иткәнде, (Тамсы йәшең бер тин – күптәргә). Ер ярылған тауыш булды бит был! Шаңдауҙары китте күктәргә! Ул «шартлау»ҙы нисек еткерергә, Ниндәйерәк һүҙҙәр өҫтәргә!? «Герой партаһы»на тамған йәштән, Ҡолаҡ тондо, донъя сайҡалды! (Беҙҙең халыҡ ныҡ шул, сабыр инде), Әсә – тора! Донъя – саҡ ҡалды. Бер тамсы йәш төшөп сәс(е)рәне, Ялҡынынан йөрәк өтөлдө... Ах! Был һуғыш! Бөтә ауыл менән, Яҡшы хәбәр бит һуң көтөлдө... Әсә йәше тамды. Тыпылданы! Туҡылданы! Әллә шартланы! Кемдер танау тартты... бышылданы... Бала-саға шиғыр ятланы. ...Мәктәп тауын төшәм, Һаман әле, Зымбырлата уйҙар арҡаны. Ҡысҡыраһым килә: онотмағыҙ! Әсә йәше тамған партаны! Фәнис Сирбаев, Сибай ҡалаһы

27 Артурға Махсус хәрби операцияла үҙе менән бергә дошманды шартлатып һәләк булған Батырлыҡ ордены кавалеры, күп балалы атай Артур Ғиләжевҡа бағышлана. Үҙең киттең, үҙең менән Алып киттең дошманды. Үтәп киттең башҡорт рухы, Һәм йөрәгең ҡушҡанды. Миңлеғәле, Шәкирйәндәр... Һин батырҙар дауамы. Уйлап-уйлап йөрәк тота, Әллә етмәй һауамы? Түҙемлек ата-әсәңә, Ғаиләңә сабырлыҡ. Лайыҡ «Рәсәй геройы»на Һин яһаған батырлыҡ! ...Ҡыштар килде. Һалҡын елдәр, Буран йөрөй Асҡарҙа. Йөрөй әле өйҙәр буйлап, Һине алған «ас ҡарға». Шулай, Артур, ауыл һайын Берәү, икәү, нисәүҙер. Йөк «Ике йөҙ» килә һаман, Халыҡ ярһый: Етәрҙер!... Ах! Был һуғыш! Туҡтаһынсы, Аллаһ ҡөҙрәте менән. Ҡайтһынсы беҙҙең егеттәр, Ҙур еңеү дәрте менән! Һин үҙеңде генә түгел, Түгел дошманды ғына. Вайымһыҙлыҡты шартлаттың! Түҙемлектәр ҙә һына.

28 Тейешле һүҙ табалманым, Баҫылмаҫ яралар ҙа. Һин китмәнең! Мәңгелеккә Һин ҡалдың араларҙа! Ҡойма МХО батыры Вадим Адельмурдинға арнала. «Ҡойма һуҡһаң, улым, уң яғы Күршеләргә булһын». Р. Түләк Ҡойма ҡуйҙыҡ икәү – ике күрше, Арабыҙға ялтыр ҡалайҙан. Түләк әйткәненсә, ағай, тинең, Тимер түгел бигүк ябайҙан. Ике яҡ та балҡый Ҡояш һымаҡ, Уңы ла юҡ, тинең, һулы ла... (Күңелең киң булһа, ысынлап та, Табылалыр инде юлы ла).. Ҡулдарыңда уйнап тора ине, Ете түгел, етмеш һөнәрең. Ҡойма балҡый! Белмәгәнмен шул саҡ, Һинең ғүмер иртә һүнәрен. Ах! Был һуғыш... Аҫыл егеттәрҙең, Етәһең бит йәп-йәш башына. Ҡарғыш яҙырғамы был һуғышҡа, Ирәмәлдең йәшмә ташына. Ил саҡырғас... Ҡатай башҡорттары Ҡаламы ни ятып ситтәрәк. Ирҙәр кәрәк булған һымаҡ илгә, Һәр егеткә тыуған ил кәрәк... Һеҙ мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә, Быуат-быуат һыуҙар аҡһа ла! Ҡойма ҡуйҙыҡ икәү. Ялтыр ҡалай, Балҡып тора ике яҡта ла!

29 Бөгөн дә «Әрмеләрҙә йөрөп, сәс еткерҙем, Сәскенәйем етте үрмәгә».* Беҙҙең халыҡ нисә быуат инде, Ниндәй генә яуҙар күрмәгән. Француздарҙың атҡан туптарын да, Иҫәпләгән башҡорт юҡ-барға. Эйәрләнгән ярһыу ат барында, Керешендә уның уҡ барҙа. Алдан бара герой Шайморатов, Йөрәктәрҙә беҙҙең сал Урал! Совет илен дошман баҫҡан саҡта, Ҡулдарыңа, йәнә, ал ҡорал. Быуаттарҙан быуаттарға шулай, Яу артынан яуҙар сабабыҙ... Бөгөн дә бит башҡорт ат өҫтөндә, Бөгөн дә бит яуҙа ауабыҙ. * Халыҡ йырынан алынған һүҙҙәр. Йәнә Болара бит, йәнә, был донъялар, Әсә көтә, йәнә, улдарын Бер Хоҙайға ғына билдәлелер, Егеттәрҙең ҡайтыр юлдары. Болара бит, йәнә, был донъялар Йөрәктәрҙә тәрән һағыштар. Ябай халыҡ өсөн кәрәк түгел, Ҡайғы-хәсрәт, оло һуғыштар. Болара бит, йәнә, был донъялар, Емерелде күпме яҙмыштар. Маңлайҙарға шулай яҙылғанмы, Әллә инде бары яңлыштар. Болара бит, йәнә, был донъялар, Ил хәстәрен һалдыҡ иңдәргә. Ауыр яғы төштө был хәстәрҙең, Ил һағына баҫҡан ирҙәргә. Фәнис Сирбаев

30 Һөйөндөков Хәлил Төхфәт улы 1957 йылдың 8 июлендә Башҡорт АССР-ның Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуа. 1964-1974 йылдар ауылдың башланғыс мәктәбендә һәм Баймаҡ интернатында белем ала. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1979 йылда Куйбышев (хәҙерге Самара ҡалаһы) хәрби медицина факультетында уҡыуын дауам итә. 1981 йыл, хәрби табип дипломы алып, медицина лейтенанты дәрәжәһендә Урал хәрби округының стратегик ракета частарының береһенә артабан хеҙмәт итергә тәғәйенләнә. Төрлө гарнизондарҙың хәрби госпиталдәрендә хеҙмәт итеү дәүерендә, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы һағындағы өлгөлө хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар юғары командование һәм Оборона министрлығы тарафынан наградлана. «СССР ҡораллы көстәренә 50 йыл», «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтары өсөн» I, II, III дәрәжәләре миҙалдары менән бүләкләнә. Хәрби хеҙмәт ветераны. 2004 йылда подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға. Бала саҡтан башҡорт әҙәбиәтен һөйөүсе кеше булараҡ, һуң ғына булһа ла, хәрби хеҙмәте тамамланып килгәндә хикәйә һәм повестар ижад итергә тотона. 2003 йылдан һәр төрлө матбуғат сараларында уның әҫәрҙәре баҫыла башлай. Әҫәрҙәрҙә башлыса мажаралы жанр, шулай уҡ, лирикаға ла иғтибар итә. Кадрҙағы офицер булараҡ, хәрби теманы ла урап үтмәй. Зәйнәб Биишева ис. «Китап» нәшриәтендә ике китабы баҫылып сыға: «Сыйырсыҡ ояһы» (2008 йыл; балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мажаралы хикәйәләр йыйынтығы) һәм «Изгелек» (2023 йыл; хикәйәләр һәм әкиәттәр). Хәлил Һөйөндөков (әҙәби псевдонимы – Зәбих Ҡыуандыҡов) 2014 йылдан – Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар Союзы ағзаһы. Хәҙерге көндә Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһында йәшәй. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы.

31 Егеттәр китәләр һалдатҡа (Сираттағы саҡырылыш мәлендәге уйланыуҙар) Иңебеҙгә йөкмәтелгән бурыс Беҙгә - ирмен тигән ир-атҡа: Тыуып үҫкән төйәктәрен ташлап, Егеттәр китәләр һалдатҡа. Йөҙҙәрендә ҡыйыу ҡараш балҡый, Барыһы ла бөркөт кеүектәр. Хаҡ Тәғәлә һәммәләрегеҙҙе Имен ҡылһын, һалдат егеттәр! Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған Тыуған илде һаҡлау һөнәре. Һалдат егеттәрҙе хөрмәт итмәҫ, Яманлар тик донъя йүләре... Еңелме ни, йәнде уста тотоп, Заданиеларға барыуы, «Һин ғәфү ит, мин кейәүгә сыҡтым...» Тигән хаттар илдән алыуы... Ошо гүзәл Тыуған илебеҙҙең Именлеген башҡа кем һаҡлар? Тик маҡтауға һәм данлауға лайыҡ Һоро шинель кейгән һалдаттар! Ҙурлауға һәм ихтирамға лайыҡ Ҡорал тотоп илде һаҡлаусы, Ололарыбыҙҙың тыныслығын, Балаларыбыҙҙы яҡлаусы. Ил ҡалҡаны булыр ирҙәр итеп Аллаһ беҙҙе шулай яралтҡан... Ил ҡуйған бурысын үтәр өсөн Егеттәр китәләр һалдатҡа. Хәлил Һөйөндөков

32 Рузидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева (Кәримова) 1958 йылдың 18 февралендә Салауат районының Лағыр ауылында донъяға килгән. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң тыуған ауылында башланғыс синыфтарҙа уҡыта. 1985 йылда БДУ- ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Студент йылдарында ғүмерлек мөхәббәтен осратып, Йылайыр яҡтарына килен булып төшә. Йылайыр, Юлдыбай мәктәптәрендә, Сибай ҡала гимназияһында балаларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтә. Шиғырҙар ижад итә, мәктәптә ижадҡа ынтылған уҡыусылары өсөн түңәрәктәр ойоштора. 41 йыллыҡ хеҙмәт стажы менән хәҙер инде хаҡлы ялда. Хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рузидә Үтәшеваның 2015 йылда «Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем» исемле шиғриәт йыйынтығы һәм «Ете юл сатында» повесть һәм хикәйәләр китабы баҫылып сыҡты. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәй. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. Ҡанлы һуғыш, әсе һағыш булып, Үҙәктәргә инде үткәрҙе... Йөрәктәргә, ҡанлы яра һалып, Көтмәгәндә уттар ялманы, Ялҡындары һаман өҫкә үрләй, Илаһи көс еңә алманы… Күпме ҡорбан биреп яуланғанды, Бер көн килеп, ҡором ҡапланы, Ҙур өмөттәр бағлап көткәндә лә, Еңеү таңы, никтер, атманы… Һынау килде тағы… Утлы һынау… Һәр милләттең ҡыҙы – улына, Утҡа инде ғәзиз балаҡайҙар, Ҡорал тотоп бөгөн ҡулына…

33 Ҡара яу ялманы илем күген, Бер - береһенә тоҫҡап аталар, Табындаштар булған яҡын дуҫтар Ике ярҙа бөгөн яталар... Зәңгәр күктә оса ҡара ҡоҙғон... Ҡаяларға менеп һауалай, Емтек эҙләп күктән Ергә төшә, Ғәзиз балаларҙы һағалай... Туймай әле һаман, ҡәһәр һуҡҡыр, Ҡарғыштар ҙа төшмәй башына, Ошо көндәр, ҡанлы яҙма булып, Уйылырҙар тарих ташына... Нимә булды, Ерем, өндәшмәйһең, Ҡуйыныңа ниңә йыяһың, Етем итеп күпме ғәзиздәрен, Йәнкәйҙәрҙе ниңә ҡыяһың?.. Аҡ күгәрсен һаман иңләп осмай, Һауаламай зәңгәр күктәрҙе, Ҡанлы һуғыш, әсе һағыш булып, Үҙәктәргә инде үткәрҙе. Тынысланһын инде Ерем күге, Утлы ҡоштар күктә осмаһын, Ҡайғы шәле ябынмаһын Әсә, Һалҡын табуттарҙы ҡосмаһын... Күтәр, илем, хаҡлыҡ байрағыңды, Маяҡ итеп күтәр киңерәк, Иҫән генә булһын уландарым, Еңеү менән ҡайтһын тиҙерәк! Дандар алып, оло Еңеү менән, Эй, балалар, иҫән ҡайтығыҙ, Яҙлыҡтырһын дошман пуляларын, Эйәрләгән Аҡбуҙ атығыҙ!

34 Утлы өйөрмәләр баҫылһын Бына тағы изге айҙар етте, Күк ҡабағы, гүйә, асылды, Йөрәк һыҙлауы ла, әрнеүҙәр ҙә, Кинәт кенә, никтер, баҫылды. Тотҡан ураҙалар, ҡабул булып, Ирештерһен изге ниәткә, Ҡыуаныстар менән атһын таңдар, Сабырлыҡтар илтһен йәннәткә. Донъя тынысланһын, ил бөтәйһен, Башлыҡтарҙың күҙе асылһын, Туҡтат, Тәңрем, ҡанлы солғанышты, Утлы өйөрмәләр баҫылһын. Иҫкән елдәр, еткерегеҙ, зинһар, Ғәрәсәттәр ҡабат ҡупмаһын, Ер тетрәүҙәр, һыу баҫыуҙар бөтһөн, Ғәзиз ғүмерҙәрҙе упмаһын. Изге көндәр етте! Бәндәләргә Күндер, Хоҙай, иман нурҙарын, Тәүфиҡ, әҙәп иман нуры менән Биҙәп торһон йорттоң түрҙәрен. Утлы һынау Күпме һынауҙарҙы күргән халҡым, Ниндәй уттар аша үтмәгән, Ни күрһә лә ғәзиз башҡайҙары, Тыуған илен ташлап китмәгән... Ҡалҡан булып ҡалҡҡан дошманына, Һис бирмәгән башҡорт Уралын, Йығылһа ла ҡаты яраланып, Төшөрмәгән ҡулдан ҡоралын. Утлы яуҙар үтеп, ҡырылһа ла, Тамырҙары Ергә ереккән, Төрлө милләт балалары менән Мәңгелеккә бергә береккән.

35 Һынау килде тағы... Утлы һынау... Һәр милләттең ҡыҙы - улына, Яуға китә ғәзиз балаҡайҙар, Ҡорал тотоп бөгөн ҡулына... Дошман яуы, ҡара ҡоҙғон булып, Теләй илде тапап үтергә, Аҫыл ғүмерҙәрҙе ҡыя - ҡыя, Маҡсатына барып етергә. Сая бул, һин - һалдат, баҙап ҡалма, Ҡоралыңды, берүк, юғалтма, Намыҫыңды һаҡла, һинең артта Илең торғанлығын онотма! Иңеңдәге һаҡсыл фәрештәләр Яҙлыҡтырһын дошман уттарын, Еңеү менән имен әйләнеп ҡайт, Дөмөктөрөп фашист эттәрен! Хызыр Ильяс үҙе юлдаш булһын, Фатихалар һеҙҙе яҡлаһын, Теҙ сүкмәгеҙ дошман алдарында, Ата - баба рухы һаҡлаһын. Изге доғаларҙы, тәсбих итеп, Күңелегеҙҙән ҡат - ҡат әйтегеҙ, Ейер ризығығыҙ киҫелмәһен, Тыуған Ергә имен ҡайтығыҙ! *** Изге ғәмәлдәргә күндер, Аллаһ, Һәр бәндәңде, һәр бер балаңды, Телебеҙ ҙә, илебеҙ ҙә беҙҙең, Динебеҙ ҙә күпме таланды... Инде, шөкөр, иман ҡайта Ергә, Тәүфиҡ менән бергә ҡушылып, Изге көндәреңдә зәңгәр күктән, Нурҙар яуһын инде ишелеп... Үлем янап осҡан тимер ҡоштар Асмандарға, әйҙә, ашһындар, Зыяратты күпме биләп алды Шулар арҡаһында " Таш һындар "...

36 Етәр инде, туҡтат ҡан ҡойошто, Бар уландар иҫән ҡайтһындар, Әйләнмәһен улар "таш һындарға", Таңдарыбыҙ имен атһындар... Ғибәҙәттәр ҡылып, иман тотоп, Ҡан - ҡәрҙәштәр, алға атлайыҡ, Динебеҙҙән яҙмай, илде ҡурсып, Яман - еҫерҙәрҙән яҡлайыҡ, Киләсәкте бергә һаҡлайыҡ... Изге йома бөгөн! Изге йома бөгөн. Күктән ергә Нур бөркөлә, нурҙар тарала, Бәндәләргә күндер тәүфиҡ, иман, Эй, Хоҙайым, үҙең арала. Һаҡсыл фәрештәләр күк йөҙөнә, Зинһар таралығыҙ күберәк, Ғәзиз балаларҙы ҡурсығыҙсы, Иңдәренә ҡунып тиҙерәк. Еңеү килер. Иманыбыҙ камил, Тик ҡырмаһын ғәзиз йәндәрҙе, Улһыҙ, ирһеҙ, атайһыҙҙар итеп, Бөгөлтмәсе нескә иңдәрҙе... Кәләштәрҙең йәшен түктермәсе, Әсә өмөттәрен һин аҡла, Сабыйҙарҙы, берүк, етем итмә, Күҙ ҡараһы кеүек гел һаҡла. Изге йома көнө. Теләктәрем Барып етһен ине Хоҙайға, Күпме яуҙар сабып, балаларың Ҡырылды бит инде былай ҙа... Нәжәғәйҙәй ниҙер балҡып китте, Күңелемдә өмөт сатҡыһы, Ҡара болот тиҙҙән таралыр ҙа, Ҡаплап алыр Ҡояш яҡтыһы! Рузидә Үтәшева.

37 Рәйсә Заһретдин ҡыҙы Үҙәнбаева 1952 йылда Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 38 йыл Йылайыр (Урғаҙа) мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Рәсәй Федерацияһы мәғәриф алдынғыһы һәм ветераны. Сибай ҡалаһында йәшәй. Рәйсә Үҙәнбаева «Ҡәләм һынау» республика конкурсында проза әҫәрҙәре буйынса 2-се урын алған. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. Туҡтатығыҙ был һуғышты! Туҡтатығыҙ был ыҙғышты Тынмаҫ, туймаҫ шул һуғышты. Аяу белмәҫ һәм ғәҙелһеҙ Ерҙә барған ҡан ҡойошто. Туҡтатығыҙ был һуғышты! Нимә етмәй башлыҡтарға? Нимә уйлап ыҙғышалар, Һылтаныпмы урын тарға? Халҡыма аҙ булдымы ни Ауыр һынау, аслыҡтары? Сығарылған, үҙе сыҡҡан Ауырыуҙар, хаслыҡтары? Аҡ яулыҡты баштан һып(ы) рып , Һалайыммы яу юлына? Тик күрмәҫтәр яулығымды, Юлда торһам-барлығымды... Рәйсә Заһри, 25 апрель 2025 йыл

38 *** Йөрәктәргә ҡан һауҙырып, бөгөн, Ылау-ылау китте балалар. Заман ҡулайламаһы аша Беҙ күрәбеҙ: йырлап баралар. Йырлайҙар бит, ә күңелдәрҙә Ниндәйерәк хистәр урғыла? Улар ғүмеренә ниндәй юлдар, Ниндәй яҙмыш кемдән яҙыла? Ҡартатайым иҫкә төштө әле, Ватан һуғышына юл алған. Ҡатынҡайы ҡалған өс балалы, Дүртенсеһе әлегә тыумаған. Эй бейегән шунда ҡартатайым, Аптыратып булған халыҡты. Сыңлап торған итек табандары, Барлап сығып шунда һәр ташты. Ике айҙан ҡыҙы тыуған һәм Ҡартатайҙың килгән ҡағыҙы. Атайымды белмәйем, мин бит- Нисаевна, тип үҫкән шул ҡыҙы. Ундай яҙмыш юрамайым һеҙгә: Иҫән-имен илгә ҡайтығыҙ! Ғаиләгеҙ һеҙҙе ҡаршы алһын, Ҡаршы алһын туған халҡығыҙ! Рәйсә Заһри, 26 сентябрь 2022 йыл

39 Радик Исмәғил улы Өмөтҡужин 1960 йылдың 26 мартында Әбйәлил районының Әбделмәмбәт (Ҡыҙыл Һарты) ауылында тыуған. Әрменән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә һәм журналистикала эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хәҙерге көндә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе. Ижад менән әүҙем шөғөлләнә: хикәйәләр, пьесалар, шиғырҙар яҙа. Йөрәге ҡушыуы буйынса ижадсы, шағир, драматург, «Киске Өфө» гәзитенең махсус хәбәрсеһе Радик Исмәғил улы Өмөтҡужин, Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы ла булып тора. *** Ирмен тигән ирҙәр генә Алға баҫа, яу килһә. Алдағылар алдамайҙар – Улар тоғро тик илгә. Алда булыу – үҙе батырлыҡ, Иң ҙур ирлек билдәһе. Боҫоп ятмай ысын ирҙәр – Улар һәр саҡ билдәле. Ил күргәнде бергә күрә, Ситтә ҡалмай ундайҙар. Улдарын иҫкә алғанда, Алдағыны данлайҙар.

40 Рәмилә Әхмәт ҡыҙы Ибраһимова (Ырыҫмөхәмәтова) – 1951 йылда Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. 35 йыл ғүмерен балаларға арнап, тыуған теленә һәйәү тәрбиәләй. 2009 йылда «Салауат вариҫтары» йыйынтығында «Донъяны яратам» китабы донъя күрҙе. Шиғырҙарыы ваҡытлы матбуғатта даими донъя күреп тора. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубы ағзаһы. Һуғыштың бер мәле Ут эсендә йөрөгәндәр белә Ысын дуҫлыҡ нимә икәнен. Яу-ғәрәсәт һуғып һындырғандай Була ҡай саҡ яҙмыш елкәнен. Баш күтәрер әмәл-хәл бөткәндә - Шашынғанда дошман яҡында, Ер-Әсәгә һыйынған балалай, Окоп төптәрендә ятҡанда, «Бирешмәйбеҙ, туған!» - тиеп берәй Яуҙаш дуҫың үтһә яныңдан, Был ҡанатлы һүҙҙәр рух күтәрә, Йән өргәндәй була яңынан. Дуҫың тейгән арҡаң яҙыла ла, «Бирешмәйбеҙ!» - тиеп ҡабатлап, Көс-дәрт алып, шул тылсымлы һүҙҙән Ҡоралыңды тоҫҡап ҡабаттан,

41 Ут асаһың һин дә. Автоматтан, Ямғыр төҫлө, пуля һибелә. Тап ошо мәл яҡынайта кеүек Еңеү көнөн - шулай һиҙелә! Бәхил бул, Илнар! Яугир Илнар Хәтмуллинға арнала Тыуған тупрағына ҡайтып ятты Батыр мәңгелеккә йоҡларға, Дусар итеп, әсә, яҡындарын Ғүмер буйы үҙен юҡларға. «Аһ!» итешеп ҡалды ете яттар, Үтә лә йәл сабый ғынаһы. Йән урыны- йәннәт түрҙәрендә, Булғанда ла байтаҡ «ғонаһ»ы. Баҡыйлыҡҡа күсте йәп-йәш көйө, Ҡан илатып әсә, кәләшен. Тере булһа, улы үҫкән саҡта, Бирер ине тоғро кәңәшен. Ордендары һөйләй ҡаһарманлыҡ Килтергәнен һуңғы һулышҡа. Ләғнәт уҡый бөгөн барыһы ла Ҡан ҡойошло оло һуғышҡа. Талантына баш эйгәндәр теләй: Асылһасы табут ҡапҡасы! ...Ҡыйғыр ҡоштай осоп сәхнәләргә Бейей - бейей килеп сыҡһасы!.. Набат – оран Яугир Юнир Бикбаевҡа бағышлана Йәше - егерме ете, Дәрәжәһе - капитан. Ерҙә барһа ла тормош, Уның өсөн атмаҫ таң... Икеләтә үкенес: Ҡыҫҡа шул ғүмер юлы,

42 Йән әрнетә ҡалмауы Дауамы - ҡыҙ йә улы. Яҡындары өсөн ул Мәңге тере, ауһа ла. Туҡтатығыҙ һуғышты!!! Набат ҡаға - яу һала: Аҙмы асыл ғүмерҙәр Өҙөлә секунд һайын... Туҡталһын ҡан ҡойоштар!- Зинһар, табығыҙ яйын! Һау ҡайтһындар Һәр быуынға һуғыш ҡаба, Илгә йәнә яу килде. Ҡул-аяғы өшөмәһен Ил яҡлаған яугирҙең. Кис ултырып бәйләм бәйләй Әсәләр, ҡыҙ, килендәр. Күңел йылыһын тойһондар, Ҡыуанышып кейһендәр. Бирсәткәләр, ойоҡбаштар Барып етһен һалдатҡа. Еңеү яулап ҡайтһын улар, Яу китмәһен оҙаҡҡа. Күҙ эйәрмәй энәләргә Йылдам ҡулдар тиҙ бәйләй. Тыуған яҡҡа барыһы ла Иҫән ҡайтһын тип теләй. Бәйләм бәйләй тағы кисен Әсәләр, ҡыҙ, килендәр. Бөтәһендә тик бер теләк: Тиҙерәк ҡайтып килһендәр. Өмөтләнеп көтәбеҙ Дошман юлын быуыр өсөн Халыҡ батырлығы кәрәк. Яҡындарын яу юлына Оҙатҡандар түҙем йөрәк.

43 Яу юлдары - иң ауыры, Яу йылдары үтә оҙаҡ. Йәне - тәне һыҙлаһа ла, Яугирҙәрҙең күңеле - йоҙаҡ. Дошмандарҙан илде ҡурсыр Әмәл-сара ир ҡулында. «Еңдек!» тигән шатлыҡлы һүҙ Яңғыраһын иң һуңында. Аятыбыҙ ҡабул булһын! Һәр береһе яугирҙәрҙең Ҡәҙерлеһе кемдеңдер. Яуға инә беҙҙекеләр- Дошмандарҙы еңһендәр. Эт һөсләткәндәй ҡотора Йөҙө ҡара ҡуштандар. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙсы, Аямай бит дошмандар. Яу ҡырынан имен ҡалып, Илгә кире ҡайтығыҙ! Аят бағышлайбыҙ шуға, Ҡабул итһен Раббыбыҙ! Рәмилә Ибраһимова - Ырыҫмөхәмәтова

44 Алия Гакилевна Ахмедьянова – поэтесса, психолог, арт-терапевт, многодетная мама. Она известна в городе как волонтёр «Happy super mom» и как руководитель центра развития личности «Патиум». Является членом литературного клуба «Откровение» при Модельной юношеской библиотеке МБУК «Сибайская ЦБС». Автор сборников «Шаг навстречу», «Семейный ковчег». Ее произведения – это психология в стихах. *** (по мотивам стихотворения К. Симонова «Жди меня») Жду тебя, а ты вернись, Все тебя мы ждем. Ждем тебя, а ты держись Даже под дождем. И когда снега метут, И в мороз и в зной Помни то, что ждут, зовут Все тебя домой. Ждем, когда из дальних мест Вести не придет. Ждать тебя не надоест Всем, кто вместе ждет. Не поверят сын и мать В то, что нет тебя. Не устанут тебя ждать Верные друзья. Сеть плести и свечи лить Будем, чтоб помочь, Чтоб согреть и осветить, Сберечь в лихую ночь.

45 Ты любим, необходим! Помни это, знай. Возвратись живым к родным В свой родимый край. Как вернешься наконец, Обниму, родной! И скажу: «Ты молодец, Что пришел домой!». *** Восхищали с детства меня журавли, Что всегда возвращались домой. И меня теперь, когда я вдали, Очень тянет в край мой родной. Как программа в нас вживлена – Компас Родины или магнит, Потому-то своя сторона Тянет, манит, вернуться велит. Когда дома ты, сердце на месте, В нем порядок, радость царит. Когда с Родиной рядом ты, вместе, То душа, как журавль, парит. Алия Ахмедьянова

46 Волин Кречет (псевдоним) – молодая поэтесса из города Сибай. Является членом литературного клуба «Откровение» при Модельной юношеской библиотеке МБУК «Сибайская ЦБС». Август Я помню тот август - в садах тишина, Но в воздухе горько пахла война. Ещё не стреляли, ещё не ждала Нас в поле сыром грозовая зола, Но старый наш дом притаился и стих, Считая мгновенья до судеб чужих. Я был просто парнем, я видел мечты, Пока не призвали в чужие ряды. Мать в кухне возилась, мешок зашивала, И пальцы дрожали, и нить обрывала. Она не кричала, не лила слезу - Лишь молча копила в сердце грозу. В котомку клала сухари и табак, И крестик зашила в заношенный фрак. Я чувствовал запах её молока И хлеба, что грела родная рука. Отец у порога стоял, как стена, В глазах его замерла старь и вина. Он крепко пожал мне ладонь у ворот: «Вернись, – прошептал он, когда всё пройдет. Следи за собой, не лезь на рожон, Но помни чьей честью ты здесь окружен». За грубой ладонью и хмурым лицом Я видел, как трудно быть гордым отцом. Сестра мне дала синий лоскут платка: «Пусть будет замена тебе маяка». Она улыбалась, но в этих глазах Уже поселился непрошенный страх. Я ей обещал, что вернусь по весне, Когда зацветёт всё в родной стороне... Я врал ей и верил, я был так силён, Пока не пришёл за мной мой эшелон.

47 Гудком паровозным разорван рассвет, Остался в пыли мой единственный след. Я долго смотрел на родное окно, Пока не исчезло в тумане оно. Тогда я не знал, что под небом свинца Забудутся черты дорогого лица. Что буду греть руки в остывшей золе, Мечтая лишь раз постоять на земле... *** Свинцовое небо прижато к земле, Я грею ладони в остывшей золе. Вокруг только копоть, изрытый гранит, И память моя потихоньку болит. Я помню (как странно!), что был я другим: Любимым, живым, молодым и своим. Я помню, как пахла ржаная мука... Теперь в кулаке только сталь и чека. Напротив, в прицеле, такой же, как я. У нас одинаково стонет земля, У нас одинаково мёрзнут сердца, И нет у безумья ни розни, ни конца. Он тоже, быть может, считал облака, И ждет его дома чья-то рука. Но здесь мы – лишь цифры, лишь тени в пыли, Нас в черные списки войны занесли. Жетон на груди – мой единственный след, На нем мой порядковый номер и свет, Который померкнет, едва лишь приказ Погонит в атаку померкших нас. Кто вспомнит потом цвет моих волос? Кто честно ответит на горький вопрос? Я стану «героем», я стану «стеной», Но кто под плитою останется мной? Просвищет свинец, оборвется строка, И станет земля подо мною мягка. Я лягу в траву, не допевши куплет, Оставив в окопе свой скромный обед.

48 Не будет таблички, не будет имен, Лишь шелест разорванных пулей знамен. Я просто солдат, я частица полка, Меня забирает забвенья река. Когда-нибудь после, в тиши городов, Вы вспомните нас среди тысячи слов. Но я не гранит, не литье, не плакат, Я ваш не вернувшийся вовремя брат. Я шорох листвы, я упавшая звезда, Ушедший в молчанье навек, навсегда. Пусть имя мое не прочтут на плите – Я просто остался в своей высоте. *** В сыром окопе, в липкой, черной жиже, Сжимаю бинт дрожащею рукой. Смерть подползает с каждым мигом ближе, Нарушив наш единственный покой. Здесь пахнет кровью, йодом и горелым, Железо рвет пространство на куски. Я стал щитом – измученным и белым – Для парня, что бледнеет от тоски. Смотри, малец, не закрывай ресницы, Держись за жизнь, она сейчас – струна. Вокруг мелькают огненные птицы, И впереди вся жизнь зависит от тебя. Как уязвима плоть под этим градом! Мгновенье – и обрыв всех нитей враз. Мы здесь живем в соседстве вечном с адом, Где нет молитв, а лишь немой приказ. Он шепчет «мама», пальцы в грязь впивая, А рана в бок – багровая река. Я жгут тяну, зубами помогая, Пока надежда в сердце велика. Одно ранее – и мечты в осколки, Вся жизнь за миг скатилась под откос. Здесь не помогут лекарства и иголки, Лишь марля, пропитавшаяся от слез.

49 Я видел сотни лиц, уснувших вечно, Тех, кто вчера еще смеялся вслух. Война жует людей так бессердечно, Гася в одно движенье хрупкий дух. А где-то там сияет небо чисто, И кто-то пьет на кухне сладкий чай. Здесь только дым, разрывы, гул неистов, И шепот мой срывается – «Прошу, не умирай». Цена секунды выше всех сокровищ, Когда пульс бьется тонко под иглой. Средь сотен стальных, лязгающих чудищ, Мы боремся за каждый вздох земной. Как дорого стоит дыханье это, Как трудно удержать его в руках. Мы – тени, не дождавшиеся света, С кровавой пеной на сухих губах. Пускай замолкнут пушки на мгновенье, Дай донести, спасти и долечить. Война – не блеск, а только разрушенье И тонкая, как волос, жизни нить. Опять снаряд... Я заслоняю телом, Кричу сквозь грохот: «Слышишь? Будешь жить!» И в этом мире, ставшем черно-белым, Учусь я заново людей любить. Волин Кречет

50 Алина Рафкатовна Галина родилась 10 апреля в 1991 году в городе Сибай. Училась в школе №12, после в МГТУ им. Носова. Свои первые стихи начала писать в школе. В старших классах и в университетские годы Алина писала под псевдонимом Джейлина. Учеба на последних курсах, позднее работа и замужество вытеснили из жизни поэзию надолго. С 2023 года дорогое сердцу творчество снова ворвалось в жизнь без спроса. В этот период помимо стихов, начала писать сказки, благодаря своей дочери Мари. Летом в 2024 году прошла обучение в Мастерской писателя Анны Никольской, где стала победителем потока – лучшей на курсе. В декабре 2024 года участвовала в конкурсе стихотворений от издательского дома АиФ, где из 1224 участников заслужила почетный «Приз симпатий». В конце 2024 года вступила в городской литературный клуб «Откровение» при Модельной юношеской библиотеке г. Сибай. С 2025 года активно выступает как чтец со своими стихотворениями на мероприятиях Сибая и Магнитогорска. Ее живые выступления трогают сердца зрителей до мурашек. *** Я, как Мухаммед Али в юбке, Призываю сложить автоматы. Каждый должен идти на уступки – Это вечные постулаты. Кто-то сверху решил: «Война!» И все стали точить копья На того, кто был братом вчера, Топча кости, как снежные хлопья. Как же Бог услышит мольбы?.. Ведь он нас просил «Не убий!» Ну, а мы кроме страха, стрельбы, Ничего дать не можем, увы.

51 Мы не просили такой защиты И не хотели такой исход. Наши головы сильно прошиты, Но надо сделать правильный ход. Нету разницы ты ферзь или пешка, Нам бы просто сойти с поля. Здесь не поможет орел и решка – Слушай сердце, ведь на то твоя воля. Вместо пули дари улыбку, Вместо ненависти – любовь, Вместо бомбы отправь открытку. Всё циклично и повторяется вновь. Мы ругаем чужих солдат За жестокость и беспощадность, Но и у наших ребят автомат – «Превосходная» толерантность! Мы равны с обеих сторон, Как и всё живое в природе. Пусть провалится сквозь меня слон, Но я права при любой погоде. Все устали от марш-бросков, Но все скованы золотой клеткой. Обрежь нити уже с мозгов, Перестань быть марионеткой. Если уж быть героем, То героем во имя любви. Пусть застрелят меня без боя, Но я буду честна пред детьми. За мир не борются смертью, За мир не борются злостью. Для того, чтобы создать мир – Приглашают друг друга в гости. 21 марта 2024 года.

52 *** Ещё один мальчик не зайдет в социальные сети, Ещё одна девочка не получит больше букетик. Ещё один мальчик не отведает любимый пирог, Ещё одна мама поставит свечу в уголок. Ещё один год не прочитанных сообщений, Ещё один гигабайт не принятых сожалений. Ещё одна опоздавшая без смысла награда, Ещё одна встреча, которой вовсе не рады. Ещё один поцелуй с солью в застывший лоб, Ещё один наглухо заколоченный лаковый гроб, Ещё один недопитый компот и в мешочке блин Ещё один, ещё один, ещё один… Ещё один параграф в учебнике новейшей истории, Ещё один бесполезный конгресс в Капитолии. Ещё один взрыв как попытка освоить границы, Ещё один глупый повод помериться колесницами. Ещё один званный ужин в ковчеге у Ноя, Ещё один случай, когда могли обойтись без боя. Алина Галина

53 Роман Колесников – молодой поэт- любитель, родился в 2001 году в городе Сибай, после окончания МОБУ СОШ №8 поступил в Сибайский колледж искусства имени К. А. Валеева в отделении народных инструментов. *** Воины в небо уходят И сверху за нами глядят. А боль никогда не проходит За наших погибших ребят. Они свои отдали жизни, Бесстрашно сражаясь в огне. Спасали народ и Отчизну, Не думали вы о себе. Вы били врагов, не жалея, Донбас и Донецк защищали. И духом своим не робея, Вы храбро в бою погибали. Навечно теперь молодые С портретов глядите на нас. И в памяти нашей живые, Такими запомнили вас.

54 Анна Викторовна Слющенкова – поэтесса, психолог, игропрактик. Стихи пишет с детства. Защищала диплом в колледже в стихах. Является членом литературного клуба «Откровение» при Модельной юношеской библиотеке МБУК «Сибайская ЦБС». *** В тиши в окошко женщина смотрела, Она сынка который год ждала, Ей не хотелось и сегодня верить, Его давно уж забрала война. А сердце материнское сжималось: «Он жив, и скоро в дом войдет!» И мать его полюбит, отогреет, К себе скорее ласково прижмет. Но он ушел и больше не вернется, В чужбине где-то голову сложил, И до последней умирающей минуты Все автомат его отчаянно строчил. Прошло с тех пор и лет уже немало, Но память помнит, сердцу не забыть, Солдаты те за мир вокруг боролись, Ценой их жизней мы же продолжаем жить. Нельзя забыть, как мир наш доставался, И сколько матерей все сына ждут. Пускай потомки помнят подвиг деда. И с честью ленту дальше берегут.

55 В соответствии с Федеральным законом от 29 декабря 2010 г. № 436-ФЗ 12+ Сибай һүҙе – Еңеү өсөн! Украинала барған Рәсәй Федерацияһының махсус хәрби операцияһы тураһында шиғырҙар йыйынтығы Сибайские строки: от сердца к фронту сборник стихотворений о специальной военной операции Российской Федерации на Украине Составители: Галия Галимьяновна Султанова Райса Закировна Кунаева Нурия Нуримановна Галина Вёрстка – Галия Султанова Дизайн обложки – Миляуша Айратовна Исхакова Сдано в набор 23.05.2026. Подписано в печать 25.05.2026. Условные печ. л. 27. Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының мәҙәниәт муниципаль бюджет учреждениеһы «Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы» Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан, 453838, РБ, город Сибай, ул. Чайковского, 30.

56